Болоттар агыр инде минус Газим Ильясов




Список песен исполнителя Газим Ильясов

Газим Ильясов - Болоттар агыр инде минус

Исполнитель: Газим Ильясов

Название: Болоттар агыр инде минус

Читали раз: 3213

Текст песни:

Ҡыштарымда уҙып бара,
Тағы бер яҙым етә.
Көтөүҙәрем бушҡа булғас,
Ғүмерем һинһеҙ үтә.

Болоттар ағыр инде,
Тамсылар тамыр инде.
Янырға ҡалған йөрәгем,
Яныр ҙа яныр инде.

Һалҡын томандар һары ла,
Иртәләрем талдарға.
Хоҙайым түҙемлектәр бир,
Яңғыҙ ҡалған йәрҙәргә.

Болоттар ағыр инде,
Тамсылар тамыр инде.
Янырға ҡалған йөрәгем,
Яныр ҙа яныр инде.

Һөйөнәм дә көйөнәм дә,
Яҙҙарым уҙып бара.
Булманың бәхет йондоҙом,
Булдың ғүмерлек яра.

Болоттар ағыр инде,
Тамсылар тамыр инде.
Янырға ҡалған йөрәгем,
Яныр ҙа яныр инде.



Комментарии:

Добавить комментарий